8 март байрамына бағышлап,Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре темаһына "Өләсәйем һандығы" исемле сара үтте

05.03.2021

Ни өсөн Үрген балалары, бигерәк тә ҡыҙҙары бәхетле?

Әлбиттә ата-әсәләре, өләсәй-ҡартайҙары булғанға тип әйтерһегеҙ. Эйе, тик беҙҙең ауыл балаларының үҙ өләсәйҙәренән тыш тағы ла күп өләсәйҙәре бар. Улар Үрген ауылы "Ағинәйҙәре". Бөгөн улар мәктәпкә килеп балалар менән бик матур "Өләсәйем һандығы" исемле сара үткәрҙеләр. 8 Март байрамы алдынан үткәрелгән ошо кисә барыһына ла бик оҡшаны. Ауылдың ғөрөф-ғәҙәттәрен һалаусы, йолаларҙы йәш быуынға еткереүсе хөрмәтле ағинәйҙәр башҡорт ҡатын-ҡыҙының кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре менән таныштырҙы, уларҙың серҙәрен асты! Кисә аҙағында байрамда ҡатнашыусы һәр ҡыҙға ағинәйҙәр түшелдерек таҡты. 

Афариндар! Изге эшегеҙҙә уңыштар һеҙгә АҒИНӘЙҘӘР!!!

                     Сығанаҡ:  "Бәйләнештә" социаль селтәренең "Киске Үрген" төркөмөХочу такой сайт

Просмотров всего: , сегодня:

Рейтинг: . Оценили: .

Дата создания: 09.03.2021

Дата обновления: 09.03.2021

Дата публикации: 05.03.2021

Наверх

Рабочие программы НОО

https://disk.yandex.ru/client/disk

Функционал «Мастер заполнения» недоступен с мобильных устройств.
Пожалуйста, воспользуйтесь персональным компьютером для редактирования информации в «Мастере заполнения».